ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ.

Йәй айҙары ауылда һәм ҡырҙа, көндәр бер аҙ ямғырһыҙ торһа янғын ҡурҡынысы арта.Янғынды булдырмаҫ өсөн иң тәүҙә һәр кеше түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм теүәл үтәргә тейеш:
🚫 урманда, ҡырҙа, ял иткәндә йәки төрлө эш башҡарғанда елле йәки ҡоро көндәрҙә ут яҡмаҫҡа;
🚫 ауылда ҡоро йәки көслө ел ваҡытында усаҡ мейестәрен һәм мунса яҡмаҫҡа. Яҡҡан осраҡта, уны күҙәтеп торорға;
🚫 ихатала ҡый яҡмаҫҡа;

❗ һәр йортта 200 литрҙан да кәм булмаған һыу запастарын тоторға;
❗янғын осрағында 112 телефоны аша ЕДДС хеҙмәтенә һәм ауыл биләмәһе башлығына йәки урындағы старостаға, депутатҡа хәбәр итергә;
❗Кәрәкле телефондар: 112 (ЕДДС хеҙмәте), 3-36-46 (89014424236) — ауыл биләмәһе башлығы.

✅ 18 май көнө ауыл биләмәһе хакимите яғынан янғын хәүефһеҙлеге өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Янғын машинаһы әҙер тора, ауылдарҙа һыу менән тултырыған мискәләр ҡуйылды, ауыл биләмәһе янғын һүндереү дружинаһы (ДПД) булдырылды, төрлө техник средстволар әҙерләнде (мотопомпалар, ранецтар һ.б.).

Запись опубликована в рубрике Главная. Добавьте в закладки постоянную ссылку.