Архив за месяц: Май 2021

ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ. Йәй айҙары ауылда һәм ҡырҙа, көндәр бер аҙ ямғырһыҙ торһа янғын ҡурҡынысы арта.Янғынды булдырмаҫ өсөн иң тәүҙә һәр кеше түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм теүәл үтәргә тейеш: 🚫 урманда, ҡырҙа, ял иткәндә йәки төрлө эш башҡарғанда елле йәки ҡоро … Читать далее

Рубрика: Главная | Добавить комментарий

Һыу инеү ҡағиҙәләре ! 1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған, йәиһә электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс. 2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк. 3. Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла ярамай. 4. Һыуҙа 20–30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һыуыҡ булғанда – айырыуса. Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. 5. Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Иҫереү хәлендә һыуға инеү тураһында, хатта, һүҙ алып барылмай. 6. Яр буйында бәләкәс балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. 7. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Кинәт сыҡҡан ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар. 8. “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. 9. Ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ

Рубрика: Главная | Добавить комментарий